ЙӘМҒИӘТ
16 Декабря 2021, 06:17

Татарстанда дүрт яҡташыбыҙ һәләк булды...

-

Татарстанда дүрт яҡташыбыҙ һәләк булды...Татарстанда дүрт яҡташыбыҙ һәләк булды...
Татарстанда дүрт яҡташыбыҙ һәләк булды...

Кисә Татарстанда М-7 "Волга" трассаһында көслө аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар Башҡортостан кешеләре.

“Татар-инфо” мәғлүмәт агентлығы, Татарстан Республикаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Ғәлиевтан алған мәғлүмәттәргә таянып, хәбәр итеүенсә, Аҡтаныш районының Поисево ауылы эргәһендә Силәбе өлкәһендә теркәлгән “Volvo” йөк машинаһы менән Башҡортостан Республикаһында теркәлгән “Chevrolet Lacetti” автомобиле бәрелешкән. Ваҡиға урынында еңел автомобилдең водителе һәм өс пассажир һәләк булған. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Татарстан Республикаһы прокуратураһынан.

Автор:Рәмилә Мусина.

Автор:
Читайте нас