

Йыл һайын 1-се Аҡъяр мәктәбендә башҡорт милли аш-һыу көнө билдәләнә.
Быйыл да традиция боҙолманы. 14 декабрь, Башҡорт теле көнөндә, башҡорт милли аш-һыу көнө үтте.
Был көндө 1-11-се кластар уҡыусылары көндәлек һәм байрамдарҙа әҙерләнгән милли ризыҡтар, эсемлектәр, өҫтәл биҙәү этикеты тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланы. Ашханаға килгән уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бишбармаҡ, ваҡ бәлеш, өсбошмаҡ, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡтарҙы тәмләп ҡараны.
Педагогтар ҙа, балалар ҙа тәмле ризыҡтар, башҡорт милли аш-һыуы байрамы өсөн ашхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙеләр.