

Яңы йыл алдынан Аҡъяр ауылының балалар ижады йортонда “Яңы йыл алдынан изгелек бүләк ит” тип аталған шәфҡәтлелек акцияһы старт алды.
Ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә арналған.
Балалар ижады йорто өсөн был изгелек акцияһын ойоштороу матур традицияға әүерелгән. Изгелек ҡылығыҙ, һауаптары үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Баланы ҡыуандырыуҙан да һөйөнөслөрәк нимә бар!