

Башҡортостанда Республика перинаталь үҙәге табиптары 480 грамм булып тыуған ҡыҙсыҡты ҡотҡарған. Ул ваҡытынан алда донъяға килгән.
Йыл башынан республикала бөтәһе 2 172 сабый етлекмәй тыуған. 163 баланың тән ауырлығы бер килограмға ла етмәгән. Тағы ла 249 баланың ауырлығы 1-1,5 килограмм булған, был уларҙың ғүмере өсөн бик хәүефле.
Табиптарға афарин, ә сабыйға ныҡлыҡ һаулыҡ теләйбеҙ.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар