

Сибай һылыуы Нәркәс Бохарбаева 1999 йылдың 25 ғинуарында яҡты донъяға килгән. Бәләкәйҙән отҡор, зирәк бала була, уҡырға ярата. Биш йәшенән күләмле әҫәрҙәр уҡый.
Сибай ҡалаһында "Ирәндек" лицейын алтын миҙалға тамамлағас, әҙәбиәткә булған һөйөү, тел тарихы менән ҡыҙыҡһыныу Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының рус теле һәм әҙәбиәте йүнәлештәре буйынса педагогия факультетына алып килә. 2021 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Көнсығыш телдәр факультетына магистратураға уҡырға инә.
Бала саҡтан рәсем төшөрөргә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратҡан ҡыҙ Сибай художество мәктәбендә лә уҡып йөрөй. Уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Нәркәстең ижад емештәре (гобелен, һырланған тире) ҡаланың төрлө күргәҙмәләрен биҙәй. Шулай уҡ музыка менән дә ҡыҙыҡһына ул. Фортепиано класында, дүрт йыллыҡ программаны ике йылда үҙләштереп, оҫта итеп уйнарға өйрәнә.
Ә бейеү – уның иң яратҡан шөғөлдәренең береһе. Көнсығыш бейеүенә мөкиббән ғашиҡ ҡыҙыҡай. Төбәк, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, Мәскәү, Санкт-Петербург, Төмән, Орск, Өфө ҡалаларында сығыш яһай, призлы урындар яулай. Өфөлә үткән "ALMAZ" фестивалендә еңеүсе тажына лайыҡ була.
Көнсығыш бейеүҙәренә булған һөйөүен ул башҡаларға ла ихлас өләшә. Мәктәптә, университетта уҡып йөрөгән сағында уҡ ял көндәрендә ҡыҙ балалар, уларҙың әсәләре өсөн бейеү түңәрәктәре алып бара. Хәҙерге ваҡытта Нәркәс онлайн бейергә өйрәтә, бейеү тамашалары һала, бөгөн Ер шарының 15 иленән унан дәрес алалар, күптәре халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып еңеү яулай.
Нәркәстең йөрәгендә башҡорт бейеүенә ҡарата ла оло һөйөү йәшәй. Киләсәктә "Байыҡ" бәйгеһендә ҡатнашырға хыяллана.
Матурлыҡҡа, сафлыҡҡа, изгелеккә ынтылған ҡыҙ тормоштоң тик ыңғай яҡтарын ғына күрергә тырыша. Һәр кеше был тормошта үҙ урынын, үҙ эшен, үҙ бәхетен табырға тейеш, ти Нәркәс.