

Ҡатын-ҡыҙ – ғәзиз балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, ғаилә усағы йылыһын һаҡлаусы гүзәл зат вәкиле һәм хеҙмәткәр, эшҡыуар... 15 декабрҙә 10 сәғәттә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына ярашлы гүзәл зат вәкилдәре өсөн “Ҡатын-ҡыҙҙар йүнселлеге” конференцияһы уҙғарыла. Сарала эшҡыуар, үҙмәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләгәндәр ҡатнаша ала.
Конференция ҡатын-ҡыҙҙар йүнселлегенә булышлыҡ итеүгә, уны популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Унда бизнесты планлаштырыу, шәхси бренд үҫеше стратегиялары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Сара Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙғарыла. Ҡатнашыу бушлай. https://oporarb.timepad.ru/event/1864955/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин. Сараны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы, “Минең бизнес” үҙәге Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты булышлығында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә ойоштора.
Фото: birja.com
#национальныепроекты#нацпроекты
https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-12-13/atyn-y-ar-e-e-i-tibar-a-2616458