

Билдәле блогер, сәйәхәтсе, альпинист һәм йәмәғәт эшмәкәре уның менән ҙур халыҡ-ара проектты ойоштороусылар бәйләншкә инеүе хаҡында һөйләне. Ике аяғын да юғалтҡан элекке десантсы үҙенең өлгөһөндә теләк булғанда бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп булыуын раҫлай.
«Панорама Башкортостана» журналына интервьюһында Рөстәм Нәбиев әйтеүенсә, ул киләсәктә йыһанда булыу ихтималлығына ышана.
«"Йыһанға осасаҡ 100 үҙенсәлекле кеше" тип аталған халыҡ-ара проект бар. Тауға тәүге тапҡыр күтәрелгәндән һуң, минең менән ошо проекттан кешеләр бәйләнешкә инде һәм ҡатнашырға саҡырырға теләүҙәрен әйтте. Ризалаштым. Әлегә ваҡыт тураһында һөйләп тормайым, әҙерлек бара. Тәүҙә инглиз телен өйрәнергә кәрәк. Ә минең белемем башланғыс кимәлдә, бына репетиторға йөрөйөм. Әммә йыһанға осорға теләүем арҡаһында ғына түгел», - тип һөйләне Рөстәм Нәбиев.
Шулай уҡ интервью геройы тауҙарға күтәрелештән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ни өсөн Өфөнән күсергә теләмәүен һәм үҙенең яҙмышы хаҡында китап яҙырға ниәтләүен хәбәр итте.
https://www.bashinform.ru/news/social/2021-12-12/ufimets-rustam-nabiev-gotovitsya-k-poletu-v-kosmos-2616338