

Өфөнән Алишер Моргенштерн һәм уның ҡатыны Дилара ике аҙнанан ашыу инде Рәсәйҙән ситтә. Ноябрь аҙағында киң мәғлүмәт сараларында уларҙың Минск аша тыуған иленән сығып китеүе тураһында мәғлүмәт баҫылғайны. 10 декабрҙә рэпер YouTube-тың рәсми каналына өйөнә ҡайтыуы хаҡында клип һалған.
«Әлегә үҙем менән ни булғанын аңлап етмәйем, ләкин ҡасан да булһа аңлармын. Әлегә өйгә ҡайтҡым килмәй, ләкин ҡасан да булһа ҡайтырмын», - тиелә Моргенштерндың яңы хитында.
Клип Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә төшөрөлгән. Әйткәндәй, клипта Дилара ла ҡатнашҡан.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкиндың артистың ижади эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныуы, Өфө музыканты наркотиктар менән сауҙа итә тип уйлауы тураһында хәбәр иткәйне. Хоҡуҡ һаҡлау органдары Моргенштерндың бизнесын да тикшерҙе.
Башинформ.