

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Лада Калина» автомобиле рулендәге 67 йәшлек ҡатын һулға боролғанда ҡаршыға килгән «Лада Гранта»ға бәрелгән.
Юл фажиғәһендә «Гранта»ның 29 йәшлек водителе һәм уның 25 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. «Калина» водителе лә дауаханаға һалынған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо осраҡ буйынса тикшереү эшен башлаған.
Башинформ.
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.