

Был хәл Күгәрсен районы Ҡаран ауылында булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, мейескә дөрөҫ яҡмағандар, шул сәбәпле 4 һәм 6 йәшлек балалар зыян күргән.
«Балалар тиҙ генә Мораҡ ауылы дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уларҙың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай», - тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар