

Инцидент Күгәрсен районының Мораҡ ауылында булған. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мейесте ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпле, 2015 һәм 2017 йылғы ике бала һөрөм газынан ағыуланған. Балалар тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" экипажы менән урындағы дауаханаға килтерелгән. Врачтар уларҙың хәлен тотороҡло, тип белдерә.
Был хәл тағы ла бер тапҡыр балаларҙы яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа, янып ятҡан утты ҡарауһыҙ ташлап кимәҫҡа кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. "Биш" минут эсендә лә кеше ғүмере һауа менән күк араһында булыуы ихтимал.
Автор:Лилия Такаева.
https://hakmar.ru/articles/kho-u-a-lau/2021-12-09/ike-b-l-k-s-bala-r-m-gazynan-a-yulan-an-2612943