ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2021, 07:00

Боҙ һырғалағы асылды

-

Боҙ һырғалағы асылдыБоҙ һырғалағы асылды
Боҙ һырғалағы асылды

Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге биләмәһендә ҙур боҙ һырғалағын асыу тантанаһы уҙҙы.

Асыҡ һауалағы һырғалаҡтың майҙаны — дүрт мең квадрат метрҙан ашыу.

Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов һүҙҙәренсә, был үҙәк дүрт йыл инде фигуралы шыуырға яратыусыларҙы үҙенә йәлеп итеп тора.

Сара барышында ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы ойошторолдо. Уларҙы  Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу, Яңы йыл байрамын урлаусы Гринч ҡаршы алды.

Башҡортостан Республикаһының Фигуралы шыуыу федерацияһы тәрбиәләнеүселәре лә тамашасыларҙы үҙ сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Автор:Розалиә Вәлиева.
Автор:
Читайте нас