

Бөгөн, 9 декабрҙә, Өфөлә иртәнге сәғәт 10-сы яртылар тирәһендә Октябрь проспекты 71/1-се йорт янында, тимер юл дауаханаһы ҡаршыһында, бер кешенең янғанын күреп ҡалғандар.
«Тимер юл дауаханаһының янғын хәүефһеҙлеге инженеры һүҙҙәренсә, ул ҡатындың «Йәшәгем килмәй» тип ҡысҡырғанын ишеткәс тә, янғын һағына шылтыратҡан, шунан һуң ут һүндергесен тотоп, ҡатынға ярҙамға ташланған. Ир уның өҫкө кейеменә ҡапҡан утты һүндереп өлгөргән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Тәненең 90 проценты бешкән 64 йәшлек ҡатын 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Уның медицина учреждениеһына бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ - ул дауаханала эшләмәгән, һуңғы ваҡытта бер сирҙән дә дауаланмаған.
Быға өйөндәге хәлдәр сәбәпсе булыуы ихтимал тигән фараз бар.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар