ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2021, 04:26

Өс бер туған аварияла һәләк булған

-

Өс бер туған аварияла һәләк булғанӨс бер туған аварияла һәләк булған
Өс бер туған аварияла һәләк булған

Кисә, Әбйәлил районының Рыҫҡужа ауылында, ике көн элек юл фажиғәһендә вафат булған өс бер туған ирҙе ерләгәндәр.

 5 декабрь көндө Куса – Златоуст трассаһында ВАЗ-2109 менән  «Газель» йөк машинаһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел машинала китеп барған өс ир ауыр тән йәрәхәттәренән йән бирә. Бары тик руль артындағы ирҙең дүрт йәшлек улы Рамаҙан ғына тере ҡала. Ул әлеге ваҡытта Силәбе өлкәһендә дауаханала.

Автор:Разинә Зайнетдинова

Автор:
Читайте нас