ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2021, 12:02

Башҡортостанда 10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан

-

Башҡортостанда 10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡанБашҡортостанда 10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан
Башҡортостанда 10 айлыҡ сабый ҡарҙа ятҡан

Иглин районының Иглин ауылында йәшәгән әсә үҙенең йомошо буйынса киткән, ә Рәшиҙә исемле апаһынан 10 айлыҡ ҡыҙын ҡарап тороуын һораған. Сабый менән икәүһе генә ҡалғас, ҡатын хәмер эсә башлаған. Бер мәл ул, баланы ҡулына тотҡан килеш, тәмәке тартыу өсөн тәҙрә янына барып баҫҡан.

Бер йәшлек ҡыҙсыҡ беренсе ҡаттан ҡолап төшкән - Рәшиҙә уны ҡотҡарырға ташланған, ләкин был хаҡта онотоп китеп, йәнә эсә башлаған. Ярты сәғәттән әсә үҙенең балаһын көрттән табып алған. Ә иҫерек апаһы фатирҙа йоҡлап ятҡан.

Сабый дауаханаға оҙатылған, ул ныҡ өшөгән булған. Хәҙер хәле уртаса. Тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Рәшиҙәгә бер йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Сығанаҡ: Mash Batash.

 

Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас