ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2021, 11:00

Балалар өсөн Яңы йыл кисәләре нисек үтер?

-

Балалар өсөн Яңы йыл кисәләре нисек үтер?Балалар өсөн Яңы йыл кисәләре нисек үтер?
Балалар өсөн Яңы йыл кисәләре нисек үтер?

Көтөп алған Яңы йыл да етеп килә. Был байрамды айырыуса бәләкәй балалар ашҡынып көтөп ала. Һуңғы йылдарҙағы коронавирус пандемияһы арҡаһында, балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә байрам кисәһен билдәләүҙә бер ни тиклем сикләүҙәр бар ине. Быйыл улар нисек үтер? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак һөйләне.

Уның белдереүенсә, идаралыҡта Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән берлектә балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә был сараларҙы үткәреү буйынса эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән.

– Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында байрам саралары бер класс йәки төркөм өсөн генә үткәрелергә тейеш. Төрлө төркөмдәрҙән балалар бер бинала осрашмаһын һәм яңы сир усаҡтары барлыҡҡа килмәһен өсөн кәрәк был, – тине Анна Казак.

Алдараҡ, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалар баҡсаларындағы байрам иртәлектәре тураһында ҡарарҙы әйткәйне. Әгәр ата-әсәләрҙә вакцинация йәки һуңғы алты ай эсендә ковид менән сирләүе тураһындағы сертификат булһа, улар унда бара аласаҡ. 

Фото: pinterest.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас