

Фермерлыҡ – эш яратҡан, маҡсатҡа ынтылған, өлгәшкән ерендә туҡтап ҡалмаған, тырыш кешеләрҙең йәшәү рәүеше. Степной ауылынан “Тазетдинов” крәҫтиән-фермер хужалығы районда уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе.
Илгиз Тазетдинов уңған, тырыш, алдынғы ҡарашлы етәксе. 2013 йылда ул ғаиләһе менән берлектә үҙ көстәре менән малсылыҡ һәм игенселек йүнәлешендә эш башлай. Колхоздан ҡалған ферма биналарын алып ремонтлай.
– Ҡышҡа әҙербеҙ. Бөгөнгө көндә мал аҙығы етәрлек күләмдә. Хужалыҡты артабан да үҫтерәбеҙ, – тип йылы ҡаршы алды беҙҙе фермер.
Әлеге мәлдә хужалыҡта 100 баш һыйыр малы бар, уларҙың 30-ы һауын һыйыры, 30-ҙан ашыу йылҡы һәм һарыҡтар үрсетелә. Фермерҙың ҡатыны Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы һауын аппараттары ярҙамында бер үҙе һауып өлгөртә.
– Ғөмүмән, продукциябыҙға ихтыяж бар. Һөттө килешеү буйынса Мәләүез ҡалаһынан өйҙән килеп алалар, – ти хужалыҡ башлығы. — Һөт әсей тип ҡурҡмайбыҙ: һыуытҡыстар бар. Йәйгеһен бер ай эсендә 9 тонна һөт тапшырҙыҡ.
Мал тотҡас, уны ашатыу өсөн аҙығы ла кәрәк. Малдарына бесән-һаламды фермер нигеҙҙә үҙе әҙерләй. 700 гектар майҙанда арпа, бойҙай, көнбағыш, һоло культуралары сәселә. 110 гектар майҙанда бесән етештерелә. Тик йылдың ҡоро, эҫе килеүе сәсеүлектәрҙе әрәм иткән. Шулай ҙа фермер төшөнкөлөккә бирелмәй.
Крәҫтиән-фермер хужалығы Тазетдиновтар ғаиләһенең төп эше – ҡатыны Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы һәм улы Айгиз ғаилә башлығына һәр яҡлап ярҙам итә. Шулай уҡ Илнур Тазетдинов, Сергей Корнеевтар хужалыҡта эшсе ҡулдар. Барыһы ла эштәренә яуаплы ҡарай.
Хужалыҡта Т-150, Беларусь тракторҙары, сәсеү комплекстары, тырма, ике урып йыйыу комбайны бар. Фермер быйыл иген уңмаһа ла, 71 пайсыһына иген өләшкән.
— Тырышһаң, барыһын да булдырырға була. Нисек булһа ла, ҡышҡа етерлек мал аҙығы запасы туплап алдыҡ. Барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Киләсәктә хужалыҡты киңәйтергә ниәтләйем, хөкүмәт ярҙамы алып, ферма төҙөп, “симменталь” тоҡомло мал һатып алырға планлаштырам, — ти ныҡлы ышаныс менән алға атлаған Илгиз Тазетдинов.
Күренеп тора: фермала мал иркен йөрөһөн өсөн ялан кәртәләр эшләнгән, эшселәр өсөн йылы бүлмә бүленгән, уңайлыҡтар булдырылған. Быны үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, һәр нәмә үҙ урынында, тәртиптә.
Территорияла пилорама бар. Ағас алып килеп, ферманы кәртәләйҙәр. Малды һуғарырға һыу булмау сәбәпле, үҙ көстәре менән дамба күтәрәләр. Ғөмүмән, даимилыҡ, эшләй белеү, ауыл ҡанундары менән йәшәү, ауыл яҙмышы һәм үҫеше өсөн хеҙмәт итеү – Илгиз Мәрхәмәтдин улының йәшәү асылы.
Бар күңелен һалып ауыл тормошон, малдарҙы, ер эшен яратҡан, шуның менән бәхетле була алған һәм хеҙмәтен ҡәҙерләгән кешеләр хөрмәткә лайыҡ.
Гүзәл Бохарбаева.