ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2021, 06:21

Батырҙар исеме – мәрмәр ташта

Аҡъяр ауылында Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә 21 йәшендә генә һәләк булған ҡаһарман һалдат – Әҙеһәм Иҫәнбаевтың исеме мәңгеләштерелде.

Батырҙар исеме – мәрмәр таштаБатырҙар исеме – мәрмәр ташта
Батырҙар исеме – мәрмәр ташта

Чечня... Рәсәй тәнендә һәр көн үҙе тураһында иҫкәртеп торған ҡанлы йәрәхәт. Ошо яуҙарҙа яҡындары һәләк булған, яраланған, хәбәрһеҙ юғалғандар бихисап. Был ҡәһәрле һуғышта Башҡортостаныбыҙ күпме батыр, сая ҡыҙ һәм улдарын юғалтты.Шуларҙың береһе – Аҡъяр ауылынан  Әҙеһәм Әкрәм улы Иҫәнбаев. Күптән түгел ҡаһарман егеттең исемен мәңгеләштереү маҡсатында батырҙың  әсәһе Мәүлиҙә Иҫәнбаева йәшәгән Аҡмулла урамындағы йортта таҡтаташ асыу сараһы үтте. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы хәтергә алырға туғандары, дуҫтары,  класташтары, район хакимиәте,  патриотик йүнәлештәге йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар йыйылды. 

Аҡъяр ауылы егете Әҙеһәм Иҫәнбаев 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, 1994 йылдың декабрь айында әрме сафына баҫа. 1996 йылда Чечен Республикаһында айырым оператив батальон составында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Грозный аэропортында хәрби техника һағында торған саҡта батырҙарса һәләк була. Йәш һалдатҡа 21 генә йәш була. Ул белем алған мәктәп бинаһында ла мемориаль таҡтаташ бар.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йыл элек улым хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булды. Әгәр иҫән булһа, уға быйыл 46 йәш тулған булыр ине. Ике тиҫтә йылдан ашыу инде ул ҡараңғы гүрҙә ята. Ошо таҡтаташты асыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Сөнки ул ғүмерлек иҫтәлек булып ҡала. Таҡтаташтағы һүрәткә ҡарайымда, әйтерһең дә улым иҫән, сығып китһәм–оҙатып ҡала, ҡайтһам – ҡаршы ала, –ти Мәүлиҙә Иҫәнбаева.

Муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов үҙ сығышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге мәңге хәтерҙә буласағын, уның менән ғорурланыуҙарын билдәләп үтте.

–Был бик ауыр ҡайғы. Тыныс ваҡытта ҡәһәрле һуғыш райондан 16 егеттең ғүмерен өҙҙө. Бындай ҙур юғалтыуҙар, әлбиттә, онотолмай. Шуға күрә батырҙарса һәләк булған егеттәребеҙ иҫтәлеген мәңгеләштереү бик яҡшы күренеш. Һеҙгә сабырлыҡ теләйем, бәлә-ҡазаһыҙ йәшәргә насип итһен. Ойоштороусыларға оло рәхмәт, – тине һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район ойошмаһы  рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова. 

“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Хәйбулла районы бүлеге етәксеһе Ирғәле Байназаров,  йәмәғәт ойошмаларының координацион советы рәйесе Салауат Юлдашбаевтар, туғандары, класташтары Әҙеһәмде йылы һүҙҙәр менән хәтергә алды.

Сарала ҡатнашыусылар Әҙеһәм Иҫәнбаевты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, таҡтаташҡа ал ҡәнәферҙәр һалды.

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас