ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2021, 11:49

Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?

Был һорауға аныҡ яуап биреүе ауыр, сөнки уларҙың ҡайһыларында, мәҫәлән, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә туған телдә алып барылған төркөмдәр, сәхифәләр байтаҡ һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта саф башҡорт телендә Тик-ток, Телеграм, Инстаграм каналдар юҡ тиерлек. Ошо йәһәттән башҡорт матбуғаты хеҙмәткәрҙәре иңенә йәнә бер ҙур яуаплылыҡ һалына.

Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?
Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?

Эйе, бөгөн улар гәзит-журналдар ғына сығарып ҡалмай, интернет майҙансыҡтары – сайт һәм социаль селтәрҙәр өсөн мәҡәләләр яҙыу, фото һәм видео материалдар ҡуйыу менән мәшғүл. Әлбиттә, быға айырым оҫталыҡ та кәрәк.

Башҡортостанда 80 журналист «Һанлы мультимедиа редакцияһы» медиа-мәктәбендә белем алды. 22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем барған курстарҙа республиканың төрлө район-ҡалалары редакцияларының хеҙмәткәрҙәре сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү буйынса белемдәрен камиллаштырҙы.

Медиа-мәктәп – республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының берҙәм проекты. Заманса медиа технологияларына өйрәтеү идеяһы быйыл журналистар форумында ҡуҙғатылғайны, был башланғысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проект бойомға ашырыла башланы, һәм медиа-мәктәптең тәүге “ҡарлуғастары” квалификацияны күтәреү тураһында сертификатҡа эйә булды.

–Бындай уҡыуҙар тәүге тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, бик уңышлы үтте, –  тип һөйләне проект етәксеһе, БР Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова. –Беренсе аҙнала онлайн лекциялар, ә икенсеһендә – академияның парталары артында практик дәрестәр ойошторолдо. Спикерҙар араһында «Журналист һәм медиабаҙар» федераль журналының баш мөхәррире Владимир Касютин, «АиФ» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Индира Котзасова, Екатеринбургтан «Ишь-Миш» контент-бюроһы етәксеһе Михаил Пономаренко, «Тик-ток без танцев» китабы авторы Ренат Йәнбәков, «КП-Уфа» гәзитенең экс-баш мөхәррире Елена Садыҡова, СТС телеканалының БДБ илдәре буйынса программа/контент директоры Әлфиә Байбурина, «Юлдаш» каналының редакторы Илнур Рамаҙанов, «Gorobzor.ru» порталының баш мөхәррире Артур Хәсәнов һәм башҡа белгестәр булды.

2022 йылда Медиа-мәктәп үҙ эшен дауам итеп, республика журналистары белемдәрен бушлай камиллаштыра аласаҡ. Һис шикһеҙ яңы проект социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты ла үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

 

фото:Валерий Шахов, Гөлнәзирә Ишбирҙина, Әлфинә Юлсурина, Лена Вәлиуллина.

 

 

 

 

Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?
Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?
Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?
Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контент етәрлекме?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас