ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2021, 09:27

Кәләш менән кейәү ниндәй бүләктән баш тартҡан?

-

Кәләш менән кейәү ниндәй бүләктән баш тартҡан?Кәләш менән кейәү ниндәй бүләктән баш тартҡан?
Кәләш менән кейәү ниндәй бүләктән баш тартҡан?

Хәйбулла районында үҙенсәлекле туй үткән.

Йәш пар Гөлзирә һәм Вилдан Мәмбәтовтарҙың туй тантанаһы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торған. Йәштәргә һәр ваҡыттағыса сәскәләр гөлләмәһе түгел, ә уйынсыҡтар, уҡыу кәрәк-яраҡтары, китаптар бүләк иткәндәр.

- Үҙебеҙҙең яңы тормош юлыбыҙҙы ниндәйҙер бер изгелектән һәм яҡтылыҡтан башлағыбыҙ килде. Туйға саҡырылған ҡунаҡтарҙан сәскә түгел, ә уйынсыҡ бүләк итеүҙәрен һораныҡ. Аҙаҡ беҙ уларҙы тормошта ауыр хәлдә ҡалған балаларға алып барасағыбыҙҙы белдерҙек. Беҙҙең теләгебеҙгә береһе лә ҡаршы булманы, - ти яңы өйләнешкән Мәмбәтовтар.

Туйҙары үткәс тә улар был бүләктәрҙе Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәтенә алып барған. Артабан улар балаларға таратыласаҡ.

Гөлзирә һәм Вилдан Мәмбәтовтарҙың был аҙымын хупларға ғына ҡала. Йәштәрҙең үҙҙәренә ғаилә бәхете, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәте сайтынан.

 
Сығанаҡ: "Башкортостан" гәзите.
Автор:
Читайте нас