Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2021, 22:52

Иғтибар: шәфҡәтлелек акцияһы!

“Ҡыш бабайҙан сюрприз” район акцияһында ҡатнашып, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итә, балаларҙы ҡыуандыра алаһығыҙ!

Иғтибар: шәфҡәтлелек акцияһы!
Иғтибар: шәфҡәтлелек акцияһы!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Ҡыш бабайҙан сюрприз” район акцияһында ҡатнашты. Ул Хәйбулла районының Ғаилә үҙәгенә  яңы йыл күстәнәстәре тапшырҙы. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе ҡотлаясаҡ.

 

Был акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн тәмлекәс бүләктәрҙе Аҡъяр ауылының М.Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан Ғаилә үҙәгенә тапшырырға ғына кәрәк. Белешмә өсөн телефон: 2-25-34

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: