ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2021, 10:33

Еңеүсе рәхмәт белдерә

-

Еңеүсе рәхмәт белдерәЕңеүсе рәхмәт белдерә
Еңеүсе рәхмәт белдерә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан @bash_korot аккаунты менән бергә конкурс иғлан итеп, уның бар шарттарын үтәгән еңеүсегә биш банка ҡорот һәм бер баш ыҫланған ҡорот вәғәҙәләгәйнек.
Инстаграмда барған үҙенсәлекле бәйгенең еңеүсеһе - Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан Лариса Биғушева социаль селтәрҙә йылы яҙма менән уртаҡлашты.

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бик матур конкурс иғлан итте. Мин унда ҡатнаштым һәм еңеүсе булдым! Халыҡтарҙың матур йолаларын, аш -һыуҙарын, байрамдарын тергеҙеү, уларҙы халыҡҡа еткереү өҫтөндә даими эш алып бараһығыҙ. Ошо конкурсты ойоштороусыларға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хеҙмәткәрҙәренә һәм спонсорҙарға ҙур рәхмәт белдерәм. Иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем", - тип яҙҙы ул.

Әйткәндәй, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Уңыштар теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас