

Виталию Тимофеевҡа 59 йәш. Үҫмер сағынан уҡ күҙҙәре насар күргән. Ун йыл элек ул күреү һәләтен юғалтҡан.
«Йәш саҡта уҡ миңә миопия тигән диагноз ҡуйҙылар. 15 йәшемдән күҙлек кейҙем, күреү һәләтем йылдан-йыл түбәнәйҙе. Институтта белем алған ваҡытта китаптарҙы күп уҡырға тура килде, ана шуларҙың барыһы ла йоғонто яһағандыр инде. Уҡыуҙы тамамлағас, күҙ ауырыуҙары институтында операция яһаттым һәм 20 йыл күҙлекһеҙ йөрөнөм, аҙаҡ күҙҙәрем тағы насар күрә башланы. Хәҙер мин бөтөнләй күрмәйем тиһәң дә була. Йәш саҡта юрған аҫтында шәм яндырып, Мопассанды уҡырға ярамай икән», - ти ул.
Һуңынан Виталий Волоколамскиҙың Һуҡырҙар өсөн реабилитация һәм белем биреү үҙәгендә ҡағыҙ эшенә өйрәнгән. Хәҙер ул бәләкәй типографияла крафт блокноттары яһай. Продукцияны һатыуҙан әллә ни күп табыш алмай. Аҡса өсөн эшләмәйем, ти ул. Үҙе эшләгән блокноттарҙы урамда йәки магазинда танышҡан яңы дуҫтарына бүләк итә.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар