

Авария Иглин районында Өфө — Шакша автомобиль юлының 1-се саҡрымында булған, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһынан. МАN йөк машинаһы менән ВАЗ-2109 бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында йән биргән. Хәҙер унда юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.