

Ейәнсура районы Арсен ауылында йәшәгән ир яңы ҡатыны менән әрләшкәндән һуң яҡты донъя менән хушлашҡан. Быға көнсөллөк сәбәпсе булған. Тауышҡа күршеләре һәм Һаҡмар ауыл биләмәһе башлығы килеп еткән.
Әгәр мине көнләшеүҙән туҡтамаһаң, үҙемде үлтерәм, тип янаған ир яңы ҡатынына. Ауыл советы башлығы уны тынысландырған.
Шунан ул ҡатыны менән ҡыҙы ерләнгән зыяратҡа киткән. Ирҙең кәүҙәһен уларҙың ҡәберҙәре араһында тапҡандар. Ҡыҙы бала сағында уҡ үлгән, ә ҡатыны ауырып вафат булған.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар