ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2021, 10:38

Lexus GS водителе электр бағанаһына барып бәрелгән

-

Lexus GS водителе электр бағанаһына барып бәрелгәнLexus GS водителе электр бағанаһына барып бәрелгән
Lexus GS водителе электр бағанаһына барып бәрелгән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез районынан Lexus GS рулендәге 29 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтып, электр бағанаһына барып бәрелгән, шунан машина юл ситенә сығып осҡан.

Аварияла йәрәхәтләнгән водитель дауаханаға оҙатылған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бер тәүлектә 2000-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 33 иҫерек водителде тотҡан.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буййынса ЮХХДИ

Автор:
Читайте нас