

Өфөлә полицейскийҙың үҙенә ҡул һалыу сәбәбе билдәле булды
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ноябрҙә Эске эштәр министрлығы Өфө идаралығының 11 -се полиция бүлегендә полицейский эш бүлмәһендә ике тапҡыр үҙенә ҡул һалырға маташҡан: тәүгеһендә уны хеҙмәттәштәре ҡотҡарған, ә икенсеһендә табиптарҙы саҡыртҡандар.
Ҡатынының хыянат иткәнен белеп ҡалғас, ир ошо аҙымға барырға булған, тип хәбәр итте Пруфы баҫмаһы. Билдәле булыуынса, улар айырылышҡан. Фажиғә алдынан ул видеобәйләнештән ҡатынына шылтыратҡан, шул ваҡытта уның янында сит ирҙең торғанын күргән.
"Ҡатыны икенсе ир менән булған. Хеҙмәттәштәре уның табель ҡоралын тартып алған. Шунан инде ул ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән үҙен үлтерә башлаған", — тип хәбәр итте сығанаҡ.
Алдараҡ был аҙымға етәкселәрҙең баҫым яһауы сәбәпсе булыуы ихтимал, тип хәбәр ителгәйне.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар