

Степной ауылында йәшәүсе Йәмил һәм Альбина Ҡудашевтарҙың нурлы йорто шат балалар тауыштарынан гөр килеп тора. Ишле ғаилә сәскәләй ике ҡыҙ һәм дүрт баһадир ул үҫә.
Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған Альбина Мәрхәметдин ҡыҙын алты бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. "Балаларымдың һау-сәләмәт, эргәмдә булыуы, уларҙың шат-көләс йөҙҙәрен күреү минең өсөн ҙур бәхет" - ти әсә.
Бар яҡлап өлгөр ғаилә башлығы Йәмил Абдулла улы ҙур йорт һалып сығып, өй эсендә бөтә уңайлыҡтар булдырған. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көтәләр. Ата-әсәй һүҙен йыҡмай, балалары һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Үҙ-ара ипле генә аралашып, өйҙәрендә тыныслыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ хөкөм һөрә. Ауылда ғаиләнең туғандары ла бихисап, бер ғаилә булып, аралашып татыу ғүмер итә улар.
Талантлы ғаилә ауыл һәм район күләмендә үткән төрлө мәҙәни, спорт сараларында әүҙем ҡатнаша.
Ошондай киң ҡарашлы, сәләмәт тормош яҡлы, әүҙем, күркәм йәш ғаиләләр барҙа, ауылдың киләсәге лә бар.
#Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021