ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2021, 08:38

Ҡул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәк

Вәзәм ауылынан Сәғиҙә Сурина ҡышҡылыҡҡа ҡул эшен башлауға ҡатын-ҡыҙҙарҙы дебет өмәһенә саҡырып, шал һуғыу өсөн дебет ҡабалатып алды #КультураХайбуллы2021#МалоарслангуловскийСК

Ҡул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәкҠул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәк
Ҡул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәк

Ҡышҡы өмәләр ҙә башланды. Ауыл кешеһе үҙе етештергән сеймалды эшкәртеп мөғжизә яһай тип әйтер инем.

Үҙ ҡулдарыңдың йылыһы, күҙ нуры, күңел ятышы менән эшләнгән һәр бер әйбер алтынға тиң. Бына Вәзәм ауылында ла йә унда ҡаҙ өмәһе, йә бында һуғым өмәһеме, барыһы ла үҙебеҙҙеке, ауылдыҡы. Етәрлек ҡош-ҡорт, мал, баҡса менән йәшәй халыҡ.


Бөгөн Сәғиҙә Сурина ҡышҡылыҡҡа ҡул эшен башлауға ҡатын-ҡыҙҙарҙы дебет өмәһенә саҡырып, шал һуғыу өсөн дебет ҡабалатып алды. Был ябай булмаған эште һәр кем тотоп эшләп китә алмай, бында оҫталар саҡырыла. Ҡул көсө лә, оҫталыҡ та кәрәк . Ғөмүмән дебет эшкәртеү бик нескәлекте, таһыллыҡты, түҙемлекте талап иткән матур шөғөл ул.

Ә инде күмәкләп, өмәләр менән эшләһәң күңелле лә, ырамлы ла була. Эшебеҙ уңай булһын! Бына шулай бергә ҡул ярҙамлашып татыу эшләп, күңелле йәшәйбеҙ, аллаға шөкөр!

#дебетҡабалауөмәһе
#Ауылымуңғандары #Айыҡауыл2021 #Трезвоесело2021#Ҡоролтай#Курултай #Всемирныйкурултайбашкир
#Деньнародногоединства
#РЦНТРБ
#РеспубликанскийЦентрНародногоТворчества
#МКРБ#Уфа
#КультураХайбуллы2021
#МалоарслангуловскийСК

 

Автор:
Читайте нас