

Хәйбулла районы хужалыҡтарында яуаплы осор—мал ҡышлатыу бара.
Малсылыҡ продукцияларын етештереү буйынса төп күрһәткестәр үтәлеше тап уның һөҙөмтәләренә бәйләнгән.
Хужалыҡтарҙа ҡышҡылыҡҡа әҙерлек яҡшы булһа, борсолорға ла урын юҡ. Ошоға бәйле район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре хужалыҡтарҙа булып, мал ҡышлатыу барышы менән таныша.
Районда мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән.