ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2021, 12:53

Һалдат ҡайтты!

Алыҫ Иркутскиҙан ҡайтып килгәндәр араһында Хәйбулла районының Комсомол ауылы егете Ирназар Нурғәлин, Әбүбәкер ауылынан Айбулат Билалов бар.

Һалдат ҡайтты!Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!

Бына кисә лә бер нисә Башҡортостан егете алыҫ Иркутск өлкәһендә хеҙмәтен тамамлап, яҡындары эргәһенә ҡайтты. Хәйбулла районының Комсомол ауылы егете Ирназар Нурғәлин Иркутскиҙа стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Әрмегә киткәнгә тиклем Сибай медицина колледжын тамамлаған. Артабан белемен камиллаштырыу, яңы һөнәр алыу теләге менән ҡайтып килә.

Сибай ҡалаһынан Роман Белозеров та матур ниәттәр менән ҡайтып төшкән.

– Хәрби бурысты яҡшы ғына итеп үтәп ҡайтып киләбеҙ. Нимә әйтер инем: үҙе өҫтөндә эшләргә теләгәндәргә, мәҫәлән, физик әҙерлеген яҡшыртырға, командирҙарҙан нимәгәлер өйрәнергә ынтылған егеттәргә әрме сафында хеҙмәт итеү оҡшай, ниндәй маҡсатҡа ынтылһалар, шуға ирешергә була. Әрмегә барғаныма ҡәнәғәтмен, – ти ул. – Өйҙә мине атай-әсәйем, ҡартатайым, өләсәйем түҙемһеҙләнеп көтә.

Алыҫ Иркутскиҙан ҡайтып килгәндәр араһында Салауат ҡалаһынан Альберт Мөхитов, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан Айбулат Билалов, Межгорье ҡалаһынан егет тә бар. Хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланып, тыуған яҡтарға ҡайтып төшөү шатлығын ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан. Тормоштарының яуаплы бер осоро тамамланып, яңыһына аяҡ баҫа улар. Юлдары уң булһын!

 

 

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина

Автор фотолары. 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-25/aldat-aytty-2595477

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас