

Бында ял hәм байрам көндәре юҡ, бәләгә тарыған кешеләрҙән телефон аша шылтыратыуҙар тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ҡабул ителә. Әгәр ярҙам кәрәк булһа, район халҡы 02 телефон номерын йыя.
Вилдан Баязитов – Ивановка ауылы егете. 2018 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегендә оператив дежурный ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Мәҡәлә геройым бала саҡтан үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге, ябайлығы менән айырылып тора.
–Ивановка мәктәбендә 11-се класты тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында уҡыным, әммә диплом алырға өлгөрмәнем, әрме хеҙмәтенә алдылар. Дондағы Ростов ҡалаһында эске ғәскәргә эләктем. Ҡайтҡас, уҡыуымды дауам иттем. Башта Аҡъярҙа район элемтә үҙәгенә эшкә төштөм. Унда электр-монтер булып 6 йыл эшләнем. 2018 йылда Хәйбулла районы буйынса полиция бүлегендә оператив дежурный ярҙамсыһы булып эшкә урынлаштым.
Әрме хеҙмәте мине күп нимәгә өйрәтте. Иң мөһиме – психологик һәм физик яҡтан сыныҡтырҙы. Нәҡ армияла алған күп яҡлы тәжрибә хәҙер полиция сафында миңә тик файҙаға ғына, – ти Вилдан Барый улы.
Эйе, район 'Эске эштәр бүлегендә йөкмәгән вазифаһы ла егеттән кеше менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙе, психик һәм физик яҡтан ныҡлыҡты талап итә. Беҙҙең өсөн ябай күренгән хеҙмәт артында күпме йоҡоһоҙ һәм тынғыһыҙ төндәр, төрлө кешеләрҙән мөрәжәғәттәр ҡабул итеү, аралашыу, етәкселегеңә отчет биреү, етди һөйләшеүҙәр... Киң күңелле, тормошҡа һәм тирә-яҡҡа яҡты ҡарашлы, коллегаларын ысын күңелдән хөрмәт иткән Вилдан Баязитов эшенең ҡатмарлылығына һис зарланмай, киреһенсә: “Эшем оҡшай, полиция хеҙмәте – абруйлы, яуаплы, тыңғыһыҙ, әммә мауыҡтырғыс”, – ти.
“Театр кейем элгесенән башлана, ә полиция бүлеге – дежур часынан”, тигән ҡанатлы һүҙҙәр бар. Икенсе төрлө әйткәндә, дежур часы – полицияның йөрәге. Сөнки полиция эшмәкәрлеген ошо бүлектән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Төрлө енәйәттәр тураһындағы беренсе шылтыратыуҙар нәҡ бына дежур частҡа килә. Күп кенә енәйәттәрҙең асылышы ошо часть хеҙмәткәрҙәренең грамоталы эшләүенә, тиҙ һәм оператив рәүештә мәғлүмәтте эшкәртеүенә һәм тапшырыуына бәйле.
–Беҙҙең дежур часта 10 кеше эшләй. Төп сифатыбыҙ – бер-беребеҙҙе беренсе һүҙҙән үк аңлау, аныҡ һәм етеҙ эш итеү. Шунһыҙ мөмкин түгел, бер тәүлектә халыҡтан уртаса егермеләп мөрәжәғәт килә,–ти Вилдан Барый улы.
Ни тиһәң дә, Вилдан кеүек илһөйәр һәм эшһөйәр, алсаҡ йөҙө һәм донъяға киң ҡарашы менән күңелде арбаусы дәртле йәштәребеҙ бар әле арабыҙҙа, тимәк, йәмғиәтебеҙҙә бөтәһе лә юғалтылмаған, яҡты һәм имен киләсәгебеҙгә ҙур ышаныс менән өмөт бағларға ла була!
Гүзәл Бохарбаева.