ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2021, 08:47

Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө

Йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе артта ҡалды. Уның Хәйбулла районында нисек үтеүе тураһында Аҡъяр ауылында дәүләт статистика бүлегенең баш белгес-эксперты Зөлфиә Әбүбәкирова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһөХалыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө

–Зөлфиә Сәғәҙей ҡыҙы, районда халыҡ иҫәбен алыу нисек үтте?

–Был яуаплы, шул уҡ ваҡытта бөтә ил өсөн мөһим эш районда уңышлы үтте, тип иҫәпләйем. Коронавирус пандемияһына бәйле ҡатмарлы осорға тура килеүенә ҡарамаҫтан, беҙгә халыҡты тулыһынса йәлеп итеүгә өлгәшә алдыҡ. Сара ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ үтте, халыҡ иҫәбен алыусылар барлыҡ тейешле санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәне.

Ваҡиғаның мөһимлеген аңлап, хәйбуллалар сарала әүҙем ҡатнашты. Уларҙың яуаплы мөнәсәбәтен айырым билдәләп үтке килә. Өйҙәренә иҫәп алыусының килеүен көтмәйенсә беҙгә шылтыратып, бының тураһында борсолоп һорауҙар бирҙеләр. Беҙ уларға һорауҙарына яуап биреп, халыҡ иҫәбен алыусы мотлаҡ уларҙың йортона ла барып етер, тигән һүҙҙәр менән сабырлыҡ күрһәтергә саҡырҙыҡ.

–Быйылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлектәре нимәлә?

–Тәү сиратта – һанлаштырыу. Ошо йәһәттән күп яңы алымдар инедерелде. Переписчиктар махсус программа тәьминәте булған планшеттар менән эшләне, һанлы карталаҙы файҙаланды. Иҫәп алыуҙа өс ысул ҡулланылды: өйҙә иҫәп алыусы менән шәхсән аралашып, иҫәп алыу ҡағыҙҙарын яҡындағы иҫәп алыу пунктында йәки күп функциялы үҙәктә үҙ аллы тултырып, шулай уҡ тәүге тапҡыр – «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында онлайн-форматта ҡатнашырға мөмкин булды. Әйтергә кәрәк, быйылғы кампания башҡалар менән сағыштырғанда бер айға саҡлы һуҙылды, был халыҡты күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

–Электрон ҡорамалдарҙың ыңғай һәм кире яҡтары нимәлә?

–Электрон ҡорамалдар ярҙамында эшләүҙең тик ыңғай яҡтарын ғына билдәләнек. Сөнки тәү сиратта был тиҙлекте арттыра, быға ҡәҙәр ҡағыҙ бланкаларҙы тултырыу оҙаҡҡа һуҙыла ине – уларҙы аңлайышлы, матур итеп, машина уҡый алырлыҡ почерк менән яҙырға кәрәк булды. Ә планшеттарҙы ҡулланыу мәғлүмәт йыйыу тиҙлеген ике тапҡырға тиерлек арттырҙы. Икенсе яҡтан – уңайлылыҡ. Элекке һымаҡ бихисап ҡағыҙҙар тотоп йөрөгәнсе, переписчиктың ҡулында тик планшет ҡына булды. Әйткәндәй, районға бүленгән 73 планшеттың барыһы ла яҡшы эшләне. Һәм, әлбиттә, һанлы формат йыйылған мәғлүмәтте эшкәртеүҙе күпкә ябайлаштыра.

 

 

 

 

 

Мәҡәләнең тулы варианты менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 94-се һанында уҡығыҙ.

Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Халыҡ иҫәбен алыу – дәүер көҙгөһө
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас