

Хәйбулла районының Степной ауылында йәшәгән Хәлил Ҡужагилдин үҙ ҡулдары менән мини-трактор эшләгән. Хужалыҡта ҡулланыуға уңайлы һәм ҡеүәте 13 ат көсөнән торған был техниканы ул бер ҡышта йыйған. Ауылдаштары уны “Үҙебеҙҙең Кулибин!” тип йөрөтөүендә лә тулыһынса хаҡлыҡ бар.
Тимер-томорға ҡулы оҫта Хәлил Хөснулла улы тәүҙә мотоблок эшләп ала. Артабан интернет селтәрен күҙәтеп барғанда, Дүртөйлө районынан Айнур исемле ир-азаматтың мини-трактор эшләүен күреп, уның менән бәйләнешкә сыға. Дүртөйлө оҫтаһы нисек эшләүе хаҡында даими рәүештә көндәлек эшен социаль селтәргә һала, Хәйбулла оҫтаһына ла кәңәштәрен бирә. Унан өлгө алып, Хәлил Хөснулла улы ла тәүәккәлләргә була, улдары Ғәзим менән Ғәзинур ҙа атайҙарына ярҙам итә. Алдан йыйып барған тимер һыныҡтары ла ярап ҡала оҫтаға, “Нива” машинаһының двигателен ултыртып, һәр шөрөптө үҙ ҡулдары менән бороп, ҡыш үткәнсә бынамын тигән мини-тракторҙы эшләп тә ҡуя.
“Ҡорос ат” бензин менән эшләй, әммә яғыулыҡты күп “ашамай”. Ауыл ерендә иң кәрәкле көнкүреш техникаһы яҙ етеү менән эшкә егелә: ер һөрә, тырмата, ҡый түгә, йәй рәхәтләнеп бесән саба, уны йыя һәм ташый. Яҙҙан алып бөгөнгәсә ялһыҙ эшләй ул, әммә ҡыш мәлендә лә тик ултырмаҫ, ти хужаһы. Әле ихатаны ҡарҙан таҙартыу өсөн йәнә бер ҡорамал эшләү теләге менән яна.
Ғаиләһенән дә уңған оҫта ҡуллы ир-уҙаман. Ҡатыны Зөлфиә Ғәйнилхаҡ ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән улар. Әле һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Бәхетле олатай менән өләсәйҙең бөгөн биш ейән-ейәнсәре һәр саҡ шатланып ҡунаҡҡа килергә атлығып тора. Улар ҙа олатайҙарының мини-тракторында йөрөргә ярата, шундай техниканы үҙҙәренең олатаһы эшләгәненә ғорурланып, дуҫтарына һөйләй. Бына шундай алтын ҡуллы оҫта йәшәй Степной ауылында.
Кәримә УСМАНОВА
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-19/stepnoy-y-kulibiny-ti-r-uny-2589351