

Риф Минниәхмәт улы бөтә тормошон ветеринар һөнәренә арнай. Ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһында хаҡлы ялға сыға. Оҙаҡ йылдар эшләү осоронда район үҫешенә тос өлөш индерә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов исеменән юбиляр-ветеранды уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вил Рәхмәтов һәм Хәйбулла район ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡотланы.
Риф Минниәхмәт улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Сығанаҡ: БР ауыл хужалығы министрлығы сайты.