

Аҡъяр тау колледжы студенттары менән осрашыуға райондың төрлө ғәсҡәрҙәр буйынса йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм рәйестәре саҡырылды.
“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы республика бүлексәһенең Хәйбулла районы бүлексәһе етәксеһе, Төнъяҡ Кавказда хәрби бәрелештәр ветераны Ирғәле Байназаров, Һауа-десант ғәсҡәрҙәре һәм спецназ ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Денис Юлдашбаев, Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фаил Бикбов һәм хәрби-диңгеҙ флоты ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Илшат Хәтмуллин, танк ғәскәрҙәре ветерандарының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Данис Михайловтарҙың йәштәргә әйтер һүҙҙәре бар ине.
Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең хәрби хеҙмәте осоро, йәмәғәт ойошмаларының роле һәм әһәмиәте тураһында һөйләне. Студенттар Фаил Бикбовтың хәрби суднола хеҙмәте тураһында һөйләүен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Судно ҡоролошо, һалдаттар тормошо, суднола теге йәки был әйберҙең ҡыҙыҡлы атамалары менән ҡыҙыҡһындылар. Илшат Хәтмуллиндың Мурманскиҙа һыу аҫты кәмәһендә 12 йыл хеҙмәте тураһында һөйләүе лә йәштәргә оҡшаны.
Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Денис Юлдашбаев ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә егеттәрҙе берҙәм булырға, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырҙы. Егеттәрҙең, буласаҡ һалдаттарҙың да ҡунаҡтарға әйтер һүҙҙәре, ҡыҙыҡһындырған һорауҙары күп ине.
“Ә йөрәк хәтерҙе һаҡлай” тип аталған осрашыуҙа патриотизм, әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында һүҙ барҙы. Был йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң мөһиме.