

Бөгөн ауылдарҙа тырыш һәм уңғандар нимә менән генә шөғөлләнмәй: берәүҙәр – шешҡолаҡтар, икенселәр – ҡаҙ-өйрәк, өсөнсөләр бал ҡорттары үрсетә. Барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса, ҙур теләк менән башҡарыла. Яратҡан шөғөл ғаилә бюджетына ла ярайһы уҡ табыш килтерә.
Степной ауылы уңғандары Фәнүзә менән Рауил Тулыбаевтар ҙа хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлдәренә тотона. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар ҡуян үрсетеү менән шөғөлләнә, ә хужабикә һауын кәзәләре аҫрай.
– Кәзә – бик аҡыллы мал. Иркәләүҙе ярата. Өс кәзәм бар, бигерәк тә “Роза” ҡушаматлыһын яҡын күрәм. Һөттө лә мул бирә. Малҡайҙар һинең кәйефеңде шунда уҡ һиҙә. Аҙыраҡ ҡына асыуланһаң да, һөттәрен йәшерәләр. Бигерәк һиҙгерҙәр, – тип кәзә көтөү серҙәре менән уртаҡлашты Фәнүзә Абдулхаҡ ҡыҙы. – Июндән сентябргә тиклем ҡымыҙ бештем, йәй айҙарында көнөнә дүртәр-бишәр тапҡыр һауам. Сәйгә лә һалып эсәбеҙ. Кәрәк икән, ҡаймағын да айыртам.
Кәзә ҡымыҙы бейәнекенә ҡарағанда байтаҡҡа ҡуйыраҡ, унда кальций, фосфор кеүек минераль матдәләрҙең күп булыуы һөйәк туҡымаһының үҫеүенә булышлыҡ итә. Ә биологик матдәләр – тын юлдары, ҡан баҫымы, диатез, аллергия, туберкулез кеүек ауырыуҙарға һөҙөмтәле дауа. “Кәзә һөтөн ҡулланғандар бигерәк тә ота, – ти әңгәмәсем, – сөнки кешенең ҡанын таҙарта, иммунитетын нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. Балаларға кәзә һөтөн көнөнә – ике тапҡыр, ололарға иртәнсәк бер стакан эсергә тәҡдим ителә. Кәзә ите тәмле, йомшаҡ булыуы, еңел эшкәртелеүе менән дә файҙалы. Бигерәк тә коронавирус сире ваҡытында кәзә ҡымыҙына ихтыяж артҡан.
Ҡатыны һаулыҡ өсөн шифалы кәзә ҡымыҙын етештереү менән шөғөлләнһә, йорт хужаһы ите диетик ризыҡ тип иҫәпләнгән ҡуяндар үрсетеү менән мәшғүл.
Ҡарап тороуға ғына шешҡолаҡты үрсетеүе еңел күренә, әммә уны дөрөҫ тәрбиәләү — үҙе бер фән. Үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, йорт хайуандарын ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, уларға шунда уҡ һыуыҡ тейә. Ҡуян балалаған ваҡытта эргәһендә мотлаҡ һыу булырға тейеш, юғиһә балаһын ашауы бар. Кешегә лә күп күрһәтергә ярамай, күҙ тейеүе ихтимал. Ҡуян итен һораусылар ҙа күп. Табиптар аллергиянан яфаланған, организмы башҡа төрлө итте үҙләштермәгән кешегә, ғәҙәттә, уны ашарға тәҡдим итә.
Ҡуян – бик әрһеҙ йорт хайуаны, тиергә лә була, сөнки ул талымһыҙ, үлән, япраҡ, бесәнде рәхәтләнеп ашай. Ҡыш кишер, кәбеҫтә япраҡтарын үҙ итә, ылыҫлы япраҡтарҙы ла ярата. Йомшаҡҡайҙарға ҡарап торһаң, күңелгә тыныслыҡ килә, ти уны аҫраусылар.
– Итен һораусылар булһа ла, беҙ уны һатыуға тотмайбыҙ, үҙебеҙ өсөн аҫрайбыҙ. Улар янында булып, ҡылыҡтарын күҙәтеп, үҙемә ял алам, көнөмдө күңелле үткәрәм. Хайуандар бит һиҙгер, улар һинең кәйефеңде шунда уҡ тоя, яҡшы аңлай. Ҡуяндарым менән үҙемсә һөйләшеп тә алам, төрлө тәмлекәстәр менән һыйларға яратам.
Бәләкәс, йомшаҡайҙар өсөн йылы һарайҙы ла Рауил Тулыбаев үҙе төҙөгән. Хужаның алтын ҡулдары махсус ситлектәр эшләгән, улар ике рәт итеп ултыртылған. Һәр ситлектә махсус һыу ҡойоу һәм аҙыҡ һалыу өсөн урын ҡалдырылған, инә ҡуян балалары янына сығып йөрөһөн өсөн ишек уйылған.
Бөгөн уның байтаҡ ҡына ҡуяны бар, балалары өсөн айырым урын эшләнгән, һуя торғандары махсус ҡурала аҫрала. Ни тиһәң дә, уларҙы яҡшылап ашатыу, тәрбиәләү талап ителә. Теләүселәргә кәрәк булғанда һатып та ебәрәләр, килеп алып китәләр.
Аҙ ғына ваҡыт эсендә Фәнүзә менән Рауил Тулыбаевтарҙың тотош көндәлек хеҙмәтен күреү һәм өйрәнеү мөмкин түгел. Әммә ауыл ерендә йәшәп, күңелең ҡушҡан шөғөлдө үҙ итеп, унан табыш алыу – һәр кемдең ҡулынан килә торған эш. Тик йыбанмаҫҡа, еңде биш урындан һыҙғанып, ҡояш менән бергә торорға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм бер-береңде аңлау, ярҙам итеү ҙә мотлаҡ. Шул саҡта ғына тормошоң да көйлө, өҫтәлең дә тулы, күңелең дә яйлы була.
Кәримә УСМАНОВА