

Кинжибай Ануарбекович ғаиләһе йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып тора, хужаларҙың хәстәрлекле ҡулдары менән булдырылған йорт яны территорияһындағы матурлыҡ, таҙалыҡ, йәмлелек шунда уҡ күҙгә ташлана.
Кинжибай Солтанғәлиевты өлгөлө ғаилә башлығы итеп беләбеҙ. Ул ҡатыны Фәнзилә Ваҡиф ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Фәнзилә Ваҡиф ҡыҙы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Кинжибай Ануарбекович Степной ауылы старостаһы булараҡ ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Ул был йәмәғәт эшен күптән түгел генә башҡара, төрлө саралар һәм өмәләр үткәреү һәм ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡайнай. Ауыл халҡы, шулай уҡ сығыштары менән Степной ауылынан булған кешеләрҙең берҙәм тырышлығы менән ауыл зыяраты тәртипкә килтерелгән.
Солтанғәлиевтар ғаиләһенә бәхет, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ!
#Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021 #Хайбуллинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир#Ҡоролтай#Курултай#КрасивоеселоРБ#Годздоровьяиактивногодолголетия
#активноедолголетие#башкирскоедолголетие#УфаМКРБ#УфаРЦНТ#КультураХайбуллы#Акъярскоесельскоепоселение#селоСтепной