ЙӘМҒИӘТ
15 Ноябрь 2021, 15:47

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башлана

Эштәрҙе ике айҙа тамамларға йыйыналар.

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башланаДекабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башлана
Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башлана

Декабрь башында Сибайҙа һәм Туймазыла йоғошло сирҙәр госпиталдәрен төҙөү башлана.

Был турала Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Республикала инфекция дауаханалары базаһын көсәйтергә хәл иттек. Киләһе йылдарҙа коронавирус инфекцияһы менән көрәш мөһим саҡырыуҙарҙың береһе булыр, моғайын. Шуға күрә Туймазыла һәм Сибайҙа госпиталдәр төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек», — тине Башҡортостан Башлығы.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ике майҙансыҡтың раҫланыуын, ведомстволарҙың дауаханалар концепцияһын хуплауын хәбәр итте.

«Һәр госпиталь 9 мең квадрат метр майҙанда урынлаша. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау мәсьәләләре тамамлана. Төҙөлөштөң ике ай эсендә тамамланырына иҫәп тотабыҙ», — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, табиптар дауаханалар эшмәкәрлеген даими үҙгәртеүҙән арып бөттө: инфекция госпитале, күп профилле станционар.

«Төҙөргә кәрәк. Табиптар башҡа сирҙәрҙе лә дауалай алһын өсөн. Тиҙ арала төҙөүегеҙҙе һорайым. Ҡабатлап әйтәм: беҙҙең йоғошло сирҙәр госпиталдәре һалыу тәжрибәһе башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыла. Атап әйткәндә, төҙөүселәребеҙ Белгород өлкәһендә беҙҙекенә оҡшаш госпиталь төҙөй», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфө районы Зубов ауылында госпиталь төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды.

Шулай уҡ Стәрлетамаҡта инфекция үҙәге эшләй. Ул былтыр декабрь айында тәүге пациенттарын ҡабул итте.

Бынан тыш, республика дауаханаларында «ҡыҙыл зоналар» менән ковид-бүлексәләр асылды.

15 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан стационарҙарында 778 кеше коронавирустан дауалана.

Фото:Олег Яровиков.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-15/dekabr-bashynda-sibay-a-m-tuymazyla-yo-oshlo-sir-r-gospitald-ren-t-bashlana-2583857

Автор:
Читайте нас