

Район мәҙәниәт йорто менән берлектә Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайының интернет киңлектәрендә #Беҙбашҡорттарбитәле хештегы аҫтында иғлан иткән “Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән-тун бескән” конкурсы тамам!
Конкурс барышында районда ни тиклем егәрле, дәртле, уңған халыҡ йәшәүенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе, әлбиттә, еңеүгә лайыҡ. Әммә бәйге булғас, еңеүсеһеҙ булмай, алдан иғлан ителгәнсә, улар һеҙҙең тауыштар, йәғни лайктар ярҙамында билдәләнде.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң күп (486) тауыш йыйып, Антингән ауылынан ҡыҙы Рәүилә менән Гөлдәр Асҡарова еңде. Ир-егеттәр араһындағы ярыш айырыуса көсөргәнешле барҙы. Тауыштар һаны буйынса аҙ ғына айырма менән (1872) Йәнтеш ауылынан Иштановтар ғаиләһе еңеп сыҡты! Ҡотлайбыҙ!