

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Ауылда бер-береңә ярҙам итеү, өмәләргә барыу – электән килгән йола. Күмәкләһәң, эш ырай, тиҙ теүәлләнә, күңелле лә була.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.