ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2021, 17:25

100 мең һумлыҡ аҡсалата приздар уйнатыуҙың яңы этабы башланды

COVID-19-ҙан вакцина яһатҡан рәсәйҙәр араһында өҫтәлмә рәүештә аҡсалата приздар уйнаталар

100 мең һумлыҡ аҡсалата приздар уйнатыуҙың яңы этабы башланды100 мең һумлыҡ аҡсалата приздар уйнатыуҙың яңы этабы башланды
100 мең һумлыҡ аҡсалата приздар уйнатыуҙың яңы этабы башланды

Хөкүмәттең ярашлы ҡарары бөгөн, 14 ноябрҙә, көсөнә инде.

1 мең кеше 100 мең һум күләмендә приз аласаҡ, тип хәбәр итә РИА Новости. Акцияла коронавирусты профилактикалау буйынса Рәсәй препараттары менән вакциналанған һәр кем ҡатнаша. Әгәр прививка ике компоненттан торһа, икеһен дә яһатыу мотлаҡ.

Еңеүселәрҙе Вакциналаныусыларҙың берҙәм реестры мәғлүмәттәре буйынса компьютер билдәләй. Бөтә мәғлүмәт дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта бар. Приздар уйнатыу үткәрелгәндән алып алты ай эсендә түләнә.

Фото: РИА Новости / Павел Бедняков

Автор:Юлай Мурзабаев.
https://ejansura.ru/news/ynlk/2021-11-14/100-me-umly-a-salata-prizdar-uynatyu-y-ya-y-etaby-bashlandy-2582609
Автор:
Читайте нас