

Ивановка ауылының күп кенә ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем һәм сәләмәт тормош рәүеше алып бара, һәм улар йәштәргә һәр яҡлап үрнәк булып тора.
Көҙҙөң һуңғы айында ла скандинавса йөрөүҙө үҙ итеүселәр ауыл клубына йыйылдылар. Улар ауыл халҡын спорт менән шөғөлләнергә әйҙәне һәм насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙарын теләне. Сара ҡул эштәре оҫтаһы Н.В. Шәрипова тарафынан әҙерләнгән баннер эргәһендә фотосессия менән тамамланды.
фото:Ивановка ауылы мәҙәниәт йорто