ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2021, 13:30

Был донъяның асылмаған серҙәре күп

Әбйәлил районы Таштимер ауылы эргәһендә сәйер таштар табылған.   

Был донъяның асылмаған серҙәре күпБыл донъяның асылмаған серҙәре күп
Был донъяның асылмаған серҙәре күп

Ер ҡаҙыусылар өс метр тәрәнлектә төрлө диаметрҙағы йомро таштарға юлыҡҡан. Кешеләр шунда уҡ үҙенсәлекте табышты фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған..

Уларҙы ер аҫтынан экскаватор водителе Ришат Харисов соҡоп сығарған. Ул был ваҡытта сүп-сар ҡыйлығында рекультивация эштәре алып барған булған. Сәйер таштарҙың ҡайҙан килеп сығыуы әлегә билдәһеҙ. Кемдер, уларҙы боронғо кешеләрҙең һуғыш ҡоралы тип атаһа, ҡайһы берәүҙәр диңгеҙ менән бәйләй. Сөнки Әбйәлил районы ерҙәре ваҡытында һыу аҫтында булған тигән мәғлүмәт бар. Диңгеҙ кипкәндән һуң был урында тауҙар барлыҡҡа килгән. Табылған таштарҙың сере шуның менән бәйле булыуы ихтимал.

https://belizv-bash.ru/news/y-m-i-t/2021-11-13/byl-don-yany-asylma-an-ser-re-k-p-2582020

Автор:
Читайте нас