ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2021, 12:29

Һылыуҙарҙан-һылыу башҡорт ҡыҙы!

Красноярскиҙа уҙған XV «Мисс Азия-Себер - 2021» милләт-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында Илүзә Иҫәндәүләтова еңеү яуланы. 

Һылыуҙарҙан-һылыу башҡорт ҡыҙы!Һылыуҙарҙан-һылыу башҡорт ҡыҙы!
Һылыуҙарҙан-һылыу башҡорт ҡыҙы!

Башҡортостандан унда «Мисс Республика - 2021» конкурсы еңеүсеһе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, 21 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова ҡатнашты. Конкурс һынауҙарын үтеп, Илүзә «1-се вице-мисс Азия-Себер - 2021» исеменә лайыҡ булды.

Конкурста Тыва, Яҡутстан, Татарстан, Хакасия, Алтай, Монголия, Бүрәтстан, Башҡортостан ҡыҙҙары ҡатнашты.

Улар рус һәм телдәрендә үҙҙәре, тыуған төйәге, үҙ халҡының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырҙы. Һәр береһе милли ижади номер күрһәтте. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле ойошторолдо.

Башинформ. 

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-12/ylyu-ar-an-ylyu-bash-ort-y-y-2581191

Автор:
Читайте нас