

11 ноябрҙә «Тулҡын» паркына ингән урында яҡынлашып килгән ҡышҡы байрамдың төп атрибуты – яңы йыл шыршыһы ҡуйылды.
«25 метрлыҡ урман һылыуҡайы «сығышы менән» Нижегородка биҫтәһенән, ә уның ауырлығы яҡынса өс тонна тәшкил итте. Шыршыны Ленин районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре килтерҙе. Йөктө бушатҡандан һуң райондың Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте эшселәре уны ултыртып та ҡуйҙы», – тип хәбәр ителә Өфө хакимиәте сайтында.
Фото:Өфө хакимиәте сайты.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-12/f-l-tul-yn-parkyna-ing-n-urynda-ya-y-yyl-shyrshy-y-uyyldy-2580452