

Матбуғатҡа яҙылыу барышында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто быйыл да “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” республика акцияһы иғлан итә. “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә һәм тағы ла республиканың бер баҫмаһына яҙылып, квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, ҡар таҙартҡыс машина, һыуытҡыс камера, елләтеү функцияһы ла булған йылытҡыс һәм башҡа матур бүләктәр уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ғинуарҙа (датаһын хәбәр итәсәкбеҙ) үтә.
Квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона (212-се кабинет) йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Иғтибар итегеҙ: бүләк отоштарында ҡатнашыу өсөн гәзит-журналдарға кәмендә алты айға яҙылыу мотлаҡ!
Иғтибар: отош уйыны!
“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” гәзиттәре редакциялары 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына ике гәзиткә лә яҙылыусылар араһында суперприз уйната.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә бөтә 2022 йылға яҙылыусылар араһында ла айырым суперприз уйнатыла.
Бынан тыш, милли баҫманың редакцияһы 6 айға яҙылыусылар араһында традицион отош уйындарын уҙғара.
Отош уйындарында ҡатнашыу өсөн квитанцияларығыҙҙы редакцияла теркәргә онотмағыҙ.
Район гәзитенә яҙылығыҙ, 2022 йылда ла беҙҙең менән ҡалығыҙ! Һәр йортҡа – ҡот һәм бәрәкәт!