ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2021, 09:40

«Тормош дауам итә»: фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев өйләнгән.

 «Ҡайҙа минең ҡатыным?» – тип ҡысҡырынып ата башланы. Ҡалғаны томанда кеүек кенә...»

«Тормош дауам итә»: фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев өйләнгән.«Тормош дауам итә»: фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев өйләнгән.
«Тормош дауам итә»: фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев өйләнгән.

2019 йылдың ғинуар уртаһында Учалыла булған ҡурҡыныс фажиғәлә иҫән ҡалған Зариф Хилажев өйләнгән.

Йәштәр 5 ноябрҙә ноябрҙә никах уҡытҡан.

Ошо шатлыҡлы ваҡиға тураһында Зариф Хилажев социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

«Беҙҙең көн менән, матурым Ирина», — тип яҙған ул.

Комментарийҙарҙа дуҫтары һәм яҡындары йәш ғаиләгә ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.

«Тормош дауам итә! Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеҙ», — тип яҙа улар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2019 йылдың 13 ғинуарында булған фажиғәлә өс кешенең, шул иҫәптән Зарифтың ҡатыны Гөлсиә Хилажеваның ғүмере өҙөлдө.

Был көндө Артур Ибраһимов иртәнсәк кафенан ҡайтҡан да ҡатыны менән бәхәсләшә башлаған. Ҡатын үҙ ғүмере өсөн хәүефләнеп, күршеләренә инеп киткән.

Ир уны мылтыҡ тотоп баҫтырған — юлда ул Хилажевтар ғаиләһенә атҡан, эргәлә йәшәгән полиция майорын атып үлтергән. Ҡатынын эҙәрлекләп барып, уның башына атҡан һәм үҙенә ҡул һалған.  

Зариф ауыр яраланған. Уға бик күп операция кисерергә тура килгән. Аңына килгәс, ул журналистарға  фажиғә тураһында ентеклерәк һөйләне.

«Таңғы алтынсы ярты. Өйҙә йоҡлап ята инек. Ишеккә ныҡ итеп туҡылдата һәм «ярҙам итегеҙ» тип ҡысҡыра башланылар. Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булғанын шунда уҡ аңланыҡ. Ишекте асыуға, бармаҡтары ҡанға батҡан күрше йүгереп килеп инде. Беренсе ярҙам күрһәтергә теләгәйнек, өлгөрмәнек: ире керҙе лә: «Ҡайҙа минең ҡатыным?» – тип ҡысҡырынып ата башланы. Ҡалғаны томанда кеүек кенә», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Зариф Хилажев.

 

 

 

 

 

Автор:Розалиә Вәлиева
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-08/tormosh-dauam-it-uchaly-fazhi-end-i-n-al-an-zarif-hilazhev-yl-ng-n-2574392
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас