ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2021, 17:50

Татыр-Үҙәктең матур ғаиләһе

Анатолий һәм Нина Рыбальченко бергә йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләй

Татыр-Үҙәктең матур ғаиләһеТатыр-Үҙәктең матур ғаиләһе
Татыр-Үҙәктең матур ғаиләһе

Рыбальченко ғаиләһе күптәргә өлгө.

Нина Григорьевна “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә подстанция дежурныйы, аҙаҡ Хәйбулла электр селтәрҙәрендә диспетчер булып эшләй. Ә Анатолий Александрович Переволочан геологоразведка экспедицияһында быраулаусы була.

Анатолий һәм Нина Рыбальченко ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Улар өйләнгәс, килендәрен дә ҡыҙҙары кеүек итеп ҡабул итәләр. Хәҙер инде ҡартатай менән ҡартәсәй  3 ейәне һәм 1 бүләһе өсөн ҡыуанып йәшәй.

Нина Григорьевна ауыл активисы. Бына 10 йыл инде ул Татыр-Үҙәк ауылы ветерандар советы рәйесе. “Сударушка” вокал ансамблендә йырлай. Йорт хужаһы иһә баҡсасы.  Виноград үҫтерергә ярата. Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Бергәләп китап уҡырға, тәбиғәт ҡосағында ял итергә, бәшмәк йыйырға яраталар.

Татыр-Узякский СДК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас