

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға ике аҙнанан да аҙ ваҡыт ҡалды. “Башҡортостанстат”тан хәбәр итеүҙәренсә, әле был сарала өс миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
Халыҡ иҫәбен алыу ял һәм байрам көндәрендә лә, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем, дауам итә. Иҫәпкә алыусылар йорт хужалыҡтары буйынса йөрөй, шулай уҡ стационар участкалар ҙа эшләй.
– Иҫәпкә алыусылар ябай булмаған, әммә ил һәм йәмғиәт өсөн кәрәкле эштәрен башҡарыуҙы дауам итә. Еңел булмаған осорҙа ла улар йорт хужалыҡтары буйлап йөрөй, халыҡ менән осраша, кәрәкле мәғлүмәтте йыя. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен киләсәк быуын баһалаясаҡ, сөнки иҫәп алыуҙа йыйылған мәғлүмәттәр халыҡты социаль яҡлау, демография мәсьәләләрен хәл итеү, илдең инфраструктураһын үҫтереү, этномәҙәниәтте һәм халыҡтың тел үҙенсәлектәрен һаҡлау өсөн кәрәк, – тип белдерә “Башҡортостанстат” хеҙмәткәрҙәре.
Унан хәбәр итеүҙәренсә, иҫәпкә алыусылар илдә етештерелгән һәм “Аврора” операция системаһы файҙаланылған планшет компьютерҙар менән тәьмин ителгән, барыһы ла вакцина яһатҡан, күп тапҡыр файҙалана торған битлектәр, бирсәткәләр һәм башҡа шәхси, коллектив һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Талап ителгәндә, уларҙы полиция һәм урындағы власть органдары хеҙмәткәрҙәре оҙата.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара һәм ул һанлы төрҙә үтеүе менән алдағыларынан айырылып тора – “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыу бланктарын тултырырға мөмкин. Иҫәп алыу участкаларына барып йәки Күп функциялы үҙәк биналарында “Минең документтарым” хеҙмәттәре аша ҡатнашырға ла мөмкин.
Иҫәп алыу участкалары менән “Башҡортостанстат” сайтындағы “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” бүлегендә танышырға була. Бынан тыш, республиканың ҡала һәм район хакимиәттәрендә ошо хаҡта мәғлүмәттәр урынлаштырылған.
Һорауҙарығыҙ булһа, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына – 8 800 347 11 02 шылтырата алаһығыҙ.
Фото: “Башҡортостанстат”
#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ